+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатлы ҡамырҙан еләк бәлеше

Еләк бешкәндә сәй табынына татлы бәлеш.

Ҡатлы ҡамырҙан еләк бәлеше
Ҡатлы ҡамырҙан еләк бәлеше
Бәлеш өсөн ярты килограмм ҡатлы ҡамыр, 300-400 грамм баҡса еләге, өс аш ҡалағы шәкәр, 10 грамм ванилле шәкәр, бер йомортҡа һарыһы, он, кукуруз крахмалы кәрәк.
Тәүҙә шәкәрҙе ванилле шәкәр менән бергә бутайбыҙ. Шунан ҡатлы ҡамырҙы йәйәбеҙ. Еләктең һуты аҡмаһын өсөн ярты сәй ҡалағы крахмал йәки манный ярмаһы һалабыҙ. Ҡамыр өҫтөнә киҫәктәргә бүлеп , еләктәрҙе теҙәбеҙ. Шәкәр һибәбеҙ. Өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һылап, бер нисә урындан тишәбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ.
 
Фото: koolinar.ru
Автор:
Читайте нас: