+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайнатманың иң файҙалыһын беләһегеҙме?

Белгестәр әйтеүенсә, уны әҙерләү ваҡытын кәметеү күпкә яҡшыраҡ. Һәр ҡайнатманың тиерлек “плүстәре” һәм “минустары” бар. Мәҫәлән, ҡурай еләге һалҡын тейеү һәм грипп мәлендә температураны төшөрөүсе сара булараҡ яҡшы. Сейәнеке – ялҡынһыныуға ҡаршы һөҙөмтә күрһәтәсәк, ҡарағат иммунитетты һаҡлап ҡаласаҡ, ә  абрикостыҡы клетчатка һәм каротинға бай, ашҡаҙан-эсәк системаһы эшмәкәрлеген, күреү һәләтен һәм тирене яҡшыртасаҡ.

Ҡайнатманың иң файҙалыһын беләһегеҙме?
Ҡайнатманың иң файҙалыһын беләһегеҙме?

Шулай уҡ эксперттар һырғанаҡ һәм ҡарағай еләге ҡайнатмаһының файҙаһын билдәләй – улар икеһе лә эсәклек микрофлораһын яҡшырта, яраларҙы төҙәтергә һәм вирусҡа ҡаршы көрәшергә һәләтле микроэлементтар сығанағы булып хеҙмәт итә.

Ғәҙәти булмаған ике төр ҡайнатма – әстерхан сәтләүегенән һәм ҡабаҡтан шулай уҡ бик файҙалы буласаҡ. Әстерхан сәтләүегенән ҡайнатма Омега-3 һәм Омега-6 май кислоталарына бай, атеросклероз үҫешенә ҡамасаулай. Ҡабаҡтыҡы организмды клетчатка, цектин һәм карнитин менән байыта, улар матдәлдәр алмашыныу процессын тиҙләтә һәм ябығырға ярҙам итә.

Өй шарттарында яһалған ҡайнатма, шәкәрле һатыу ризыҡтарына ҡарағанда, күпкә файҙалыраҡ. Уларҙа  кәрәкле матдәләр һаҡланып ҡала. Ҡайнатма тағы ла килешлерәк булһын өсөн уны әҙерләү ваҡытын һәм шәкәр күләмен кәметергә кәңәш ителә. Иң яҡшыһы – биш минутлыҡ ҡайнатмалар.

Фото: lefood.menu

Автор:
Читайте нас: