1. Ҡыярҙарҙы оҙонсалап йә түңәрәкләп турарға.
2. Кишерҙе йыуып, оҙонса итеп ҡырғыс аша үткәрергә.
3. Һарымһаҡты таҙартып иҙергә.
4. Сөм һауытта ҡыяр, кишер, һарымһаҡты бергә бутарға. Һеркә менән көнбағыш майын ҡойорға. Тәмләткесте өҫтәргә. Барыһын бергә яҡшы итеп болғайбыҙ.
5. Ныҡ итеп ябып бер сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер нисә тапҡыр болғарға.
6. Бер нисә сәғәт үткәс, салатты банкаларға һалып сығырға, өҫтәренә һутын ҡойорға.
7. Кәстрүл төбөнә таҫтамал һалып, банкаларҙы ҡуйып, әҙерәк - муйынына етмәҫлек итеп һыу ҡойорға. Банка өҫтөн ҡапҡас менән ябып ҡына тороп, ут тоҡандырабыҙ. 10-15 минут стерилләйбеҙ. Шунан һуң ҡапҡастарын нығытып түңкәреп ҡуябыҙ.
Ҡыш көнө табынығыҙға йәй еҫен аңҡытып, корейса ҡыяр түрҙән урын алһа, күңелдәрегеҙ ҙә күтәрелер, табынығыҙ - йәмле, ашығыҙ тәмле булыр.
Фото: "Бәйләнештә".