-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Киләһе йыл мул уңыш бирһен өсөн

Август башында баҡса еләген тәр­биәләйҙәр: артыҡ мы­йыҡ­тарын ҡырҡып таш­лайҙар, ашлама һалалар.

Киләһе йыл мул уңыш бирһен өсөн
Киләһе йыл мул уңыш бирһен өсөн
Иң тәүҙә түтәлдәрҙәге иҫке япраҡтарҙы өҙөп сығығыҙ. Уларҙа төрлө сир булыуы ла мөмкин. Еләк төптәрен йом­шарты­ғыҙ. Ул туҡлыҡлы матдәләргә бик талапсан. Үҫемлек ял иткәндә аммофоска һибегеҙ, тупраҡты дымландырып тороғоҙ.
Үрсетергә теләһәгеҙ, емештең тәүге ике мыйығын ғына күсереп ултыртырға кәңәш ителә. Тамырға бирелә торған ашламалар индергәндә тупраҡ дымлы булырға тейеш. Ултыртыр алдынан ергә күп итеп һыу һибегеҙ. Ҡурай еләге, ҡарағат, сейә үҫкән урынға ултыртмағыҙ, тамырҙарына серек ауырыуы йоғоуы ихтимал.
 
Фото: dzen.ru
Автор:
Читайте нас: