+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Карамелле сәтләүек” торты

Был тәмлекәсте әҙерләү еңел генә. Карамель өсөн: 240 грамм шәкәр, 60 мл һыу, 100 грамм 25 процентлыҡ ҡаймаҡ, 60 грамм аҡ май, 100 грамм ҡыҙҙырылған арахис. Крем өсөн: 500 грамм 25 процентлы ҡаймаҡ. Печенье һәм 400 г һөт кәрәк.

“Карамелле сәтләүек” торты
“Карамелле сәтләүек” торты

Һауытҡа шәкәр, һыу һалып, утҡа ҡуйырға ла, һарғайғанса болғамай ғына ҡайнатырға. Уттан алып, шунда уҡ аҡ май өҫтәп, болғатырға һәм ҡаймаҡ ҡушырға. Яҡшылап бутағас, карамелде һалҡын урынға ҡуйып торорға. Һыуынғас, уның 1/3 өлөшөн ваҡланған арахисҡа ҡушып болғатырға, ә ҡалғанын кремға тигән ҡаймаҡҡа ҡушырға һәм 5 минут болғарға (миксерҙа яҡшыраҡ).

Махсус пленка йәйеп, тортты төҙөй башларға: тәүҙә арахислы карамель һалып, тигеҙләргә. Шунан һөткә манылған печенье йәйергә, артабан – крем, тағы – печенье. Шулай сиратлап ҡатларға. Иң өҫтә печенье булырға тейеш.

2 – 3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Әҙер тортты түңкәрергә лә пленканан алырға. Теләк буйынса ситенә лә крем һыларға була. Ҡалған печеньены ваҡлап та биҙәй алаһығыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: