Тауыҡ янбашын йыуабыҙ, һыуын һарҡытабыҙ, ике яҡлап тоҙлап-борослап алабыҙ.
Петрушка һәм һарымһаҡты ваҡ итеп турайбыҙ.
Аҡ май һалып, тауыҡты ике яҡлап алтын төҫөнә ингәнсе ҡурабыҙ.
Әҙер тауыҡта ситкә алып торабыҙ. Үҙебеҙ был майға һарымһаҡ һәм башҡа тәмләткестәрҙе һалабыҙ. Шулай уҡ 1 аш ҡалағы он һалып болғатабыҙ. Бер аҙ ҡурғас, 20% һөт өҫтөн ҡойоп, ҡабаттан тауыҡтарҙы һалып сығабыҙ.
Ҡапҡасын ябып, 5-10 минут томалайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Фото: kinolenta-vrn.ru