+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Селтәрле ҡоймаҡ

Йома көндө ғәҙәттә ҡоймаҡ ҡоялар. Табын күрке булған был ризыҡ үҙе йоҡа һәм селтәрле булһын өсөн ошо рецепты ҡулланығыҙ:

Селтәрле ҡоймаҡ
Селтәрле ҡоймаҡ

Бының өсөн 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы шәкәр, 2 стакан он, 2 стакан һөт, 4 йомортҡа, 2 аш ҡалағы крахмал, 1 стакан ҡайнар һыу, ванилин, семтем тоҙ кәрәк була.

Башта йомортҡаны шәкәр, бер аҙ ванилин менән тоҙ ҡушып, яҡшылап туҡып алабыҙ. Ҡоймаҡтың сифатлы булыуы тап ошоға бәйле. Хәҙер инде һөт, май өҫтәйбеҙ ҙә туҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Ҡоймаҡ төйөрлө булмаһын өсөн бер аҙ крахмал ҡушабыҙ. Тик крахмалды ҡайнар һыу менән иҙеп алабыҙ. Хәҙер яҡшылап туҡыйбыҙ. Он иң һуңынан әҙ-әҙләп ҡушабыҙ.

Хәҙер табаны ҡыҙҙырабыҙ. Май өҫтәйбеҙ һәм ҡоймаҡ ҡоя башлайбыҙ. Эслек һалып, төрөп сыҡһаң, бигерәк тәмле була.

Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

https://vk.com/bashdonya

Автор:
Читайте нас: