Әҙерләү:
Помидор менән һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Таш ҡабаҡты бәләкәй шаҡмаҡтарға турайбыҙ һәм помидорҙарға ҡушып бутайбыҙ. Тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы өҫтәйбеҙ.
Бөтәһен бергә 30 минут быҡтырабыҙ. Артабан оҙонсалап туралаған борос менән һеркә ҡушабыҙ. Бөтәһе бергә ҡайнап сыҡҡас, тағы 20 минут бешерәбеҙ. Аҙаҡ инде стерилләштерелгән банкаларға һалабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото: bee-master.ru