3-4 картуфты бешереп иҙәбеҙ, 1 стакан һыуын алып ҡалып, бер аҙ һыуытабыҙ ҙа иҙелгән массаға ҡушабыҙ. 1 стакан һөт, 1 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡашығы шәкәр ҡомо, 15 грамм сүпрәне һалып яҡшылап туҡыйбыҙ. Һуңынан он ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ҡаплап, 15-20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Ҡамыр ҡабарғас, көлсәләр яһайбыҙ һәм тағы 10 минут ял иттереп алғас, уларҙы ҡыҙған майҙа бешерәбеҙ.
Фото: https://omet-rb.com/