-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Маринадланған гөрөздәр

Кәрәк буласаҡ: 4 килограмм гөрөздәр бәшмәге (грузди), 100 грамм тоҙ, 8 бөртөк лавр япрағы, 7 бөртөк ҡара борос, 1 бөртөк ҡәнәфер, 40 миллиграмм 70 процентлы һеркә (уксусной эссенции).

Маринадланған гөрөздәр
Маринадланған гөрөздәр

Әҙерләү ысулы:
Яҡшылап йыуабыҙ, эреләрен ваҡлайбыҙ, ваҡтарын шул көйө ҡалдырабыҙ.
Әҙер гөрөздәргә һалҡын һыу, 20 грамм тоҙ һалып, ике тәүлек ултыртып торабыҙ. Һыуын алыштырырға кәрәк.
Ике тәүлек үткәс, һыуын түгеп, яңынан һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, өҫтөнән күперектәрен алып 20 минут бешерәбеҙ.
 Иләккә һалып,  һалҡын һыу менән сайҡатырға кәрәк.
Маринад әҙерләү ысулы:
Кәстрүлгә һыу ҡойоп тоҙ, лавр япрағы, борос, ҡәнәфер һалып ҡайнатырға ҡуябыҙ.
Маринад ҡайнап сыҡҡас, гөрөздәрҙе һалабыҙ.
20 минут ҡайнатабыҙ.
Ҡайнап сыҡҡас, һеркә өҫтәйбеҙ һәм болғайбыҙ.
Гөрөздәрҙе стерилләнгән банкаларға тултырып, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡойоп, ҡапҡастарын ябабыҙ.
Өҫтөнә ҡалын әйбер  ябып, һыуынғансы  тотабыҙ.
Маринадланған гөрөздәрҙе 7 көндән һуң ғына ашарға була.

Фото: tatgrib.ru

 

Сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.

Автор:
Читайте нас: