Беҙгә 250 грамм диңгеҙ ҡыҫалаһы (краб) таяҡсаһы, ике-өс помидор, бер ҡыҙыл татлы борос, 150 грамм ҡаты сыр, ике тырнаҡ һарымһаҡ, майонез кәрәк.
Әҙерләү: диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларын оҙонса итеп киҫәбеҙ. Помидорҙың эсен алып, һутынан таҙартып, шулай уҡ оҙонсалап турайбыҙ. Боросто таҙартып, оҙонса итеп киҫәбеҙ. Сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡ итеп турайбыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, майонез менән бергә һәйбәтләп бутайбыҙ.
Салатыбыҙ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: donatewales.org