Йомортҡаның һарыһын айырып алып, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо менән болғатып һәм йомшартылған аҡ май, иләктән үткәрелгән эремсек, он ҡушырға. Артабан барыһын бергә туғлап, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп, 1 см ҡалынлыҡтағы йәймәләр йәйергә.
Йомортҡа ағын ҡалған шәкәр ҡомо һәм ванилин менән туғлап, йәймәләрҙе майларға һәм рулет итеп төрөргә.
Рулеттан 2-3 см ҡалынлыҡтағы түңәрәктәр киҫеп, табаға теҙергә һәм 30 минут бешерергә.
“Татар халыҡ аштары”нан.