Ул, тәү сиратта, бауыр өсөн файҙалы, артыҡ ауырлыҡтан яҡшы, ябыҡтыра, бөйөр һәм һейҙек ҡыуығы ауырыуҙары мәлендә эсергә кәңәш ителә.
Ҡабаҡтың бер башын киҫеп, эске йомшағын алырға. Килеп сыҡҡан бушлыҡҡа тулғансы шәкәр һалырға ла алдан киҫкән башы менән ҡаплап, берәй һауытҡа ултыртып ҡуйырға. Ҡабығы йомшарғансы ҡабаҡ һауытта ултырырға тейеш. Һуңынан эсендәге барлыҡ массаны алып, банкаға һалырға кәрәк булыр.
Ҡабаҡ балы шул була инде. Уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Ҡабаҡ балын теләһә ҡайһы ваҡытта һәм теләгән ҡәҙәр эсергә мөмкин.
Фото: ok.ru