+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Янним тәмләткесе

Баҡсаларҙа йәшелсә-емештәр өлгөрөп, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү мәле лә етте. Хужабикәләр иғтибарына бер нисә тәмле лә, еңел дә әҙерләнгән рецептар тәҡдим итәбеҙ

Янним тәмләткесе
Янним тәмләткесе

- 1 кг һарымһаҡ;

- 600 грамм әсе борос;

- 400 грамм ҡыҙыл татлы (болгар) борос;

- 0,5 кг тоҙ;

Һарымһаҡты ҡабығын әрсеүе еңел булһын өсөн төнгөлөккә һыуға һалып ҡуябыҙ. Әсе боросто орлоҡтарынан таҙартһаң да, шул килеш ҡалдырһаң да була. Кемгәлер орлоҡтар оҡшамай, кемдер орлоҡлоҡтар менән әсерәк була, тип уйлай.

Ит турағыс аша бар йәшелсәләрҙе үткәрәбеҙ, тоҙ һалып яҡшылап болғатҡас, стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы ныҡ тултырмайбыҙ, сөнки бер аҙ ваҡыттан һуң тоҙо иреп, борос-һарымһаҡлы ҡатнашма һутын сығарасаҡ.

Был тәмләткес иммунитетты ла нығыта, организмдағы төрлө зарарлы бактерияларҙы ла үлтерә, холестеринды бөтөрә.

 

СӨГӨЛДӨРҘӘН ИКРА

Уны эшләр өсөн:

- 2 кг сөгөлдөр;

- 1 кг һуған;

- 1 кг кишер;

- 1 кг помидор;

- 80 мл 9% аш һеркәһе;

- 80 грамм шәкәр;

- 300 грамм үҫемлек майы;

- 1 теш һарымһаҡ;

- 1 аш ҡалағы тоҙ;

- 1 әсе борос;

- бер нисә хуш еҫле борос, лавр япрағы, кипкән укроп кәрәк була.

Тәрән табала йә ҡаҙанда майҙы ҡыҙҙырабыҙ ҙа шаҡмаҡлап туралған һуғанды өҫтәйбеҙ. Уның өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе һалып, ялтырағансы ҡыҙҙырабыҙ. Бер нисә минуттан ит турағыстан үткәрелгән помидор менән әсе борос ҡатнашмаһын ҡоябыҙ ҙа, 10 минут самаһы бешерәбеҙ. Аҙаҡ ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр өҫтәйбеҙ. Унан аш һеркәһе ҡойоп, шәкәр, тоҙ, борсаҡлы ҡара борос, лавр япрағы, ҡоро укроп һалып, тағы ла яҡшылап болғатабыҙ һәм сәғәт ярымға бешерергә ҡуябыҙ. Мәле менән болғатып торорға онотмайбыҙ. Бешеп сығырға 10 минут ҡалғас, иҙелгән һарымһаҡты ла өҫтәп, стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябып, әйләндереп, һыуынғансы йылы юрған менән төрөп ултыртабыҙ. Һыуынғас, баҙға йә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.

Фото: https://moradim.ru/

Автор:
Читайте нас: