Үткәрелгән иткә һөттә йәки һыуҙа ебетелгән икмәк, ваҡ итеп туралған һуған ҡушабыҙ. Тоҙ менән борос өҫтәп, 2 йомортҡа һытабыҙ ҙа бутайбыҙ. Итте 8 өлөшкә бүләбеҙ. Табаны майлайбыҙ. Үткәрелгән иттең һәр өлөшөн йомарлап табаға урынлаштырабыҙ. Урталарында соҡор яһайбыҙ ҙа һәр береһенә эслек һалып сығабыҙ.
Эслек өсөн 300 грамм тирәһе бәшмәк, 2 баш һуған, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 400 грамм тирәһе сыр кәрәк. Бәшмәк менән һуғанды турап, көнбағыш майы, ҡаймаҡ өҫтәп, табала 15 минут тирәһе ҡыҙҙырып алабыҙ.
Иттең эсенә эслекте һалып, духовкаға 20-25 минутҡа оҙатабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото: moradim.ru