+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Банандан тәмлекәс

“Иҫ киткес тәмле була, тик минең кеүек ҡамыр массаһын икегә бүлмәгеҙ, ә бер һауытта бешерегеҙ, мин ике һауытта бешергәс, тәмлекәс йоҡағыраҡ килеп сыҡты”, – тип яҙа үҙенең “Бәйләнештәге” сәхифәһендә Гөлгенә Байегетова.

Банандан тәмлекәс
Банандан тәмлекәс

Шоколадлы масса өсөн кәрәк буласаҡ: 2 банан,  45 грамм манный ярмаһы, 50 грамм шәкәр ҡомо, 25 грамм какао, 1 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс.

Эремсекле масса өсөн кәрәк буласаҡ: 400 грамм эремсек, 30 грамм манный ярмаһы, 50 грамм һөт,  70 грамм шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа.

Шоколадлы һәм эремсекле масса өсөн барыһын да блендер менән иҙергә.

Бешереү өсөн ҙур булмаған форма алырға (яҡынса 26/17 см) һәм майларға. Иң тәүҙә шоколадлы массаны һалырға, уның өҫтөнә  ҡалаҡ менән эремсекле массаны һалып сығырға ла бысаҡ осо менән биҙәп ҡуйырға.

160 градус эҫелектәге духовкала 50 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә аҡ май һөртөргә мөмкин.

Сығанаҡ һәм фото: Г. Байегетова.

Автор:
Читайте нас: