-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Наҙлы” алма иҙмәһе

Ҡуйыртылған һөт менән алма иҙмәһе бик тәмле килеп сыға. Һеҙ ҙә яһап ҡарағыҙ әле, дуҫтар!Беҙгә кәрәк буласаҡ:- 3 килограмм алма;- 1 стакан һыу;- 1 банка ҡуйыртылған һөт;- ярты стакан шәкәр.

“Наҙлы” алма иҙмәһе
“Наҙлы” алма иҙмәһе

Әҙерләү барышы: Алманы йыуғас, ҡабығынан таҙалап, үҙәген алып, турарға кәрәк. Әҙер алма өҫтөнә 1 стакан һыу һалығыҙ һәм уртаса утта 30 минут дауамында бешереп алығыҙ. Емеш йомшарғас, блендерҙа йәки сетка аша үткәрегеҙ. Алма иҙмәһенә шәкәр һәм ҡуйыртылған һөт һалып, йәнә биш минут ҡайнатығыҙ. Боламыҡты стериль банкаларға һалғас, тимер ҡапҡас менән ҡаплап, тулыһынса һыуынғансы төрөп ҡуйығыҙ.

Был тәмлекәсте айырыуса балалар бик яратып ашай.

Фото: opt-union.ru

Автор:
Читайте нас: