+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балыҡ яратаһығыҙмы?

Балыҡ бешереп ашап алайыҡ әле. Был юлы ғәҙәти минтайҙы алабыҙ.

Балыҡ яратаһығыҙмы?
Балыҡ яратаһығыҙмы?

Он, тоҙ, 2 йомортҡа, 100 грамм тирәһе сыр кәрәк була. Балығыбыҙ – ярты кило тирәһе. Зира, кориандр кеүек тәмләткестәр табыу ауырлыҡ тыуҙырмай хәҙер, уларын да өҫтәп ебәрһәгеҙ була, тәмлерәк килеп сығыр. Балыҡты ҡыҙҙырыр өсөн көнбағыш майы кәрәклеге хаҡында ла онотмайбыҙ, дуҫтар.

Минтайҙы киҫәктәргә бүләбеҙ. Ул туң булмаһын. Тәмләткестәр, тоҙ һалып болғатабыҙ. Айырым һауытта йомортҡа менән ҡырылған сырҙан кляр эшләп алабыҙ. Балыҡты тәүҙә – онға, һуңынан ошо массаға манып алабыҙ һәм майҙа ҡыҙҙырабыҙ.

Фото: russianfood.

Автор:
Читайте нас: