-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Корейса патиссондар

Патиссон йәки таш ҡабаҡтан (кабачки) корейса салат. Бының өсөн кәрәк: 3 кг патиссон йәки йәш ташҡабаҡ, 1,5 кг кишер, 1 кг татлы борос, 0,5 кг һуған, 200 мл үҫемлек майы, 200 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 ҡап кишер өсөн корейса тәмләткес, 5 баш һарымһаҡ, петрушка.

Корейса патиссондар
Корейса патиссондар
Әҙерләү. Патиссонды йәки ташҡабаҡты йыуабыҙ, тышын таҙартабыҙ, аҫтын ҡырҡып алабыҙ, эре патиссондың эсендәге емештәрен алабыҙ. Патиссон менән кишерҙе оҙонса ҡырғыс аша ҡырабыҙ. Татлы борос менән һуғанды нәҙек ярты түңәрәк итеп турайбыҙ. Патиссон, һуған, борос, кишерҙе ҙур һауытҡа һалабыҙ, май, һеркә, туралған петрушка, тоҙ, шәкәр һәм тәмләткес өҫтәйбеҙ. Иҙеп һарымһаҡ һалабыҙ.
Килеп сыҡҡан массаны яҡшылап болғайбыҙ ҙа өс сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Әҙер салатты алдан стерилләнгән банкаларға һалабыҙ. Кәстрүл алабыҙ, һыу һалып әҙ генә йылытабыҙ, аҫтына таҫтамал һалып, банкаларҙы теҙеп ултыртабыҙ.
Банкаларҙың өҫтөнә ҡапҡастар һалып сығабыҙ. Һыу банканың ауыҙына ике сантиметр самаһы етмәҫкә тейеш. Банкаларҙы ҡайнатабыҙ һәм 15 минут стерилләйбеҙ. Аҙаҡ уларҙы алып, ҡапҡастарын ябабыҙ ҙа баштүбән әйләндереп ҡуябыҙ. Йылы әйбер ябыу кәрәкмәй, сөнки ташҡабаҡтың йомшарыуы ихтимал. Тулыһынса һыуынғас, уны баҙға йәки һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
 
Автор:
Читайте нас: