Итте ваҡ ҡына итеп турайбыҙ, 2 йомортҡаны һытып, тоҙ, борос, йәшелсә, ҡаймаҡты, сырҙы ыуғыстан ыуып һалабыҙ ҙа бутайбыҙ. Ошо массаға ҡушабыҙ 3 аш ҡашығы ондо, яҡшылап болғатабыҙ ҙа майлы табаға ҡоймаҡ кеүек йәйеп, еңелсә бешерәбеҙ. Һуңынан 15 минутҡа эҫеп духовҡаға ҡуйып алырға кәрәк, тауыҡ ите бешеп бөтһөн өсөн. Ризығығыҙ тәмле булһын!
Фото: https://vk.com/club130704484