-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаймаҡта ҡыҙҙырылған балыҡ

Бындай ысул менән әҙерләһәгеҙ, иң ҡоро балыҡ та ашап туйғыһыҙ тәмле булыр!

Ҡаймаҡта ҡыҙҙырылған балыҡ
Ҡаймаҡта ҡыҙҙырылған балыҡ

Башы һәм ҡойроғо киҫелгән балыҡты таҙартып, тоҙ һибегеҙ. Һуңынан, өҫтөнә он һибеп, ике яҡлап та ҡыҙҙырып алығыҙ. Кәстрүлгә күсереп һалығыҙ ҙа, балыҡ өҫтөнә бер аҙ һыу, 1-2 ҡәнәфер, 1 семтем әстерхан сәтләүеге, 2-3 бөртөк хуш еҫле борос һалып, һүрән утта 20 минут парландырып бешерегеҙ.

Балыҡ әҙер булыр алдынан, өҫтөнә ҡаймаҡ һибеп, 5 минут һүрән утта тотоғоҙ.

Табынға был ризыҡты өҫтөнә укроп һибеп, бешкән һурпа-соусы менән бирегеҙ.

Фото: nyamkin.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: