Тәүҙә шәрбәт яһарға – һыуға шәкәр ҡомо өҫтәп ҡайнатып сығарырға кәрәк. Әҙер массаға миләште һалып 3-4 минут бутаңҡырап ҡайнатҡандан һуң сейә һәм еләкте һалабыҙ. 4-5 минут утта тотабыҙ ҙа һүндерәбеҙ. Ҡайнатма һыуынғас, яңынан 10 минут утта тотоп алырға кәрәк. Шулай ике тапҡыр ҡабатлана.
Ҡайнатма ҡуйы һәм тәмле килеп сыға. Ҡайнар килеш банкаларға һалырға ла, һыуынғас ҡына ҡапҡасын ҡаплап ҡуйығыҙ!
Фото: uleoparda.ru