-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡамыр йомшартҡысты нисек эшләргә

Тиҙ генә бәлеш бешереп алырға уйлағайнығыҙ, әммә ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) бөткән икән. Юҡҡа көйөнмәгеҙ, уны бит үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Бының өсөн түбәндәге рецептҡа күҙ һалығыҙ.

Ҡамыр йомшартҡысты нисек эшләргә
Ҡамыр йомшартҡысты нисек эшләргә
Ҡоро ғына банкаға:
 
- 12 сәй ҡалағы он,
- 5 сәй ҡалағы аш содаһы,
- 3 сәй ҡалағы лимон кислотаһы һалырға кәрәк.
Бөтәһен дә яҡшы итеп ағас ҡалаҡ менән болғарға, ҡапҡасын ябып һелкетеп алырға ла, ҡараңғы һәм ҡоро ергә (шкафтың эсенә кәштәгә) ҡуйырға.
Ҡамыр йомшартҡыс әҙер! Рәхәтләнеп бешерегеҙ бәлештәрегеҙҙе, уңған хужабикәләр.
 
Фото: скриншот 
 
Автор:
Читайте нас: