Әҙерләү:
Һауытта һыуға шәкәр, үҫемлек майы ҡойоп бутайбыҙ. Онға какао, йомшартҡыс һалабыҙ ҙа икеһен бергә ҡушып, төйөрө бөткәнсе һәйбәтләп туғыйбыҙ. Шунан повидло, джем, йөҙөм өҫтәп тағы ла ике-өс минут болғатабыҙ. Аҙаҡтан кокос онтағы, лимон һуты, ваҡланған сәтләүек һалабыҙ. Формаға ҡағыҙ йәйеп, уны майлап, ҡамырҙы ҡоябыҙ.
Мейесте 180 градусҡа тоҡандырып, 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас, шәкәр пудраһы йәки шоколад һибәбеҙ.
Фото: https://vk.com/club216913837?