-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балалар өсөн тәмле сметанник

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:200грамм май йәки маргарин( бүлмә температураһында)4 аш ҡалағы шәкәрбер йомортҡа0.5 сәй ҡалағы тоҙ100 -120грамм йылы һыусүпрә 1 ҡап ( 11гр.)кәрәгенсә он Эслек өсөн:400 грамм кибет ҡаймағыөс йомортҡа4 аш ҡалағы шәкәрбер аш ҡалағы крахмал (һалмаһағыҙ ҙа була!)грек сәтләүеге ( булмаһа ла ярай!)

Балалар өсөн тәмле сметанник
Балалар өсөн тәмле сметанник

Эш барышы:
Йылы һыуға сүпрәне 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы он һалып, болғап ситкә ҡуйып торабыҙ.
Артабан йомшаҡ майға шәкәр, йомортҡа, тоҙ алдан ҡабартылған сүпрә һалып ҡулға йәбешмәҫлек кенә иттереп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ һәм 30минут ситкә ҡуйып торабыҙ.
Ул арала эслек әҙерләйбеҙ.
Ҡаймаҡ, йомортҡа, шәкәр, крахмал һалып болғайбыҙ.
Ҡабарған ҡамырҙы тигеҙ генә йәйеп ситтәрен күтәрә береберәк табаға һалабыҙ. Бысаҡ менән ситтәрен киҫеп сығып "башаҡ" формаһы иттереп биҙәп әҙер эслекте ҡоябыҙ. Өҫтөнә йыуып киптерелгән сәтләүекте ваҡлап өҫтөнә һибеп эҫе генә мейескә(180 º-200º) 40-45мин. оҙатабыҙ. 

Ошо ингредиенттарҙан ике бәлеш сыға.
Ризығығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: Раушания Мөлөкованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: