-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кәбеҫтә менән тиҙ генә

Ярты күсән кәбеҫтә, 1 баш һуған, 60 грамм аҡ май, 3 йомортҡа, 6-7 (өймәләмә) ҡалаҡ он, 5 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 3 ҡалаҡ майонез, тәменсә тоҙ, борос, 1 семтем ҡамыр күперткес, үҫемлек майы алына.

Кәбеҫтә менән тиҙ генә
Кәбеҫтә менән тиҙ генә

Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ ҙа ҡул менән иҙәбеҙ. Ваҡ итеп ҡырҡылған һуған, тоҙ һәм борос өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ.
Йомортҡа, ҡаймаҡ, майонез, он, күперткес ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ. Ул ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Табаны майлайбыҙ (ситтәрен дә майлау мотлаҡ). Ҡамырҙың 1/3 өлөшөн ҡоябыҙ ҙа эслекте һалабыҙ. Аҡ майҙы ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, кәбеҫтә өҫтөнә ҡуйып сығабыҙ. Ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ ҙа 200 градус эҫелектәге мейескә 40-50 минутҡа ҡуябыҙ. Бешергәндә мейесте асмау хәйерлерәк.

Фото: https://bashkizi.ru/

Автор:
Читайте нас: