-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Таш ҡабаҡтан соус

Баҙығыҙ тулы таш ҡабағығыҙ яталыр әле һаман, ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыҙаланғансы, еңел генә рецепт менән соус эшләп ҡарағыҙ әле булмаһа. Помидорҙан ғына түгел, ә таш ҡабаҡтан да бынамын тигән тәмле ризыҡ килеп сығасаҡ.

Таш ҡабаҡтан соус
Таш ҡабаҡтан соус

Кәрәк була:
3 кг ҡабаҡ таҙартылған
1 кг һуған;
3 аш ҡалағы тоҙ;
1стакан шәкәр;
1 сәй ҡалағы ҡыҙыл борос;
450-500 грамм томат пастаһы.
3 аш ҡалағы уксус

Ҡабаҡты эре турайбыҙ, һуғанды ла ярым түңәрәк итеп тураклайбыҙ, шәкәрҙе, тоҙҙо һалып матур итеп тороп болғатабыҙҙа бер 30-40 минут һуты сыҡҡансы ултыртып торабыҙ.
Артабан утҡа ултыртабыҙ, ҡайнап сыҡҡас 30 минут талғын утта бешерабеҙ.
Артабан блендер менән ныҡ итеп иҙеп сығабыҙ ҙа, боросто, пастаны һалып болғағас, йәнә 10 минут утҡа ултыртабыҙ.
Иң аҙаҡтан уксусты һалып тағы ла 5 минут утта тотабыҙ ҙа, алдан стерилланған банкаларга тултырып, ҡапҡас менән бороп нығытабыҙ һәм уратып ултыртып ҡуябыҙ.
Бик тәмле һәм сифатлы соус килеп сыға.
Шулай уҡ соусҡа паприка, прованс үләндәре, үҙегеҙгә ниндәй тәмләткестәр оҡшай шуны һалырға була.

Фото һәм сығанаҡ: "Уңғанбикәләр. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы төркөмөнән

Автор:
Читайте нас: