-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Француз профитролдәре

Ҡамыр өсөн: 1,5 стакан ҡайнаған һыу, 150 грамм аҡ май һәм бер семтем тоҙ, 1,5 стакан он, 5 йомортҡа. Крем өсөн: 500 грамм магазин ҡаймағы, “Маскарпоне” йәки “Омичка” сыры, 1 стакан шәкәр ҡомо.

Француз профитролдәре
Француз профитролдәре

Эш тәртибе: бер һауытҡа һыу, аҡ май һәм тоҙ һалып ҡайнатып сығарырға, уттан алырға, он иләп һалырға.  Ҡуйы картуф иҙмәһенә оҡшаш масса барлыҡҡа килә. Ул һыуынғас, берәмләп йомортҡаларҙы һалырға. Яҡшылап миксер менән болғатырға. Әҙер ҡамырҙы кулинар ҡапсығына йәки һөттән бушаған пакетҡа һалып ҡалай табаға һытып сығырға, шулай уҡ ҡалаҡ менән дә һалырға ла мөмкин. 180 градусҡа ҡәҙәр ҡыҙған мейескә ҡуйып, ҡыҙарғансы тоторға.

Крем яһау өсөн ингредиенттарҙы яҡшылап миксер менән болғатырға һәм профитроли ҡамырына кулинар шприц менән генә тултырырға. Әгәр ҙә улай мәшәҡәтләнәһегеҙ килмәһә, бешкән ҡамырҙарҙы кремға манып алырға һәм тәлинкәгә теҙергә.

Фото: gastronom.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: