-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Ҡараҡом" бәлеше

Кәрәк буласаҡ: 200 грамм маргарин, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан он, 1 йомортҡа, ярты балғалаҡ сода, бер семтем тоҙ, ҡайнатма (ниндәй булһа ла).

"Ҡараҡом" бәлеше
"Ҡараҡом" бәлеше

Йомортҡаны шәкәр ҡомо менән ҡушып болғайбыҙ.
Маргаринды иретеп һыуытабыҙ ҙа, уға шәкәр ҡомо, йомортҡа ҡушып, бергә болғатабыҙ. Шунан он, сода һәм тоҙ өҫтәп тағы ла болғайбыҙ.
Ҡамыр һығылмалы ғына килеп сығасаҡ.
Ҡамырҙың 1/4 өлөшөн туңдырғысҡа һалып торабыҙ.
Ҡалған ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, майланған һауытҡа һалабыҙ.
Өҫтөнә ҡайнатманы йоҡа ғына итеп һөртөп сығабыҙ.
Икенсе ҡамыр киҫәген туңдырғыстан алып ҙур тешле ҡырғыс аша үткәргәс, өҫтөнә һибеп сығабыҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә 15-20 минут бешерәбеҙ.

Сығанаҡ һәм фото: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:
Читайте нас: