Крем өсөн 1 стакан һөт, ярты стакан һыу һәм шул уҡ күләмдә шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы аҡ май һәм 2 аш ҡалағы он кәрәк. Кремды бер туҡтауһыҙ болғатып тороп, утта ҡайнатып сығарабыҙ. Ул һыуынғас, торттың һәр ҡатына һөртөп, үҙебеҙгә биҙәйбеҙ.
Фото: Л. Хәйруллина.