-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Балыҡ тоҙлау ысулы

Балыҡты таҙартып, эсен алып йыуғас, телемләп киҫеп ҡуйырға. Хужабикәгә уны иреп бөтмәгән килеш киҫергә кәңәш ителә, улай телемдәр матур һәм тигеҙ килеп сыға.

Балыҡ тоҙлау ысулы
Балыҡ тоҙлау ысулы

Маринад яһайбыҙ. Ҡайнатырға ҡуйған һыуға шәкәр ҡомо, тоҙ, ҡәнәфер, борос, лавр япрағы һалына. Маринадты 4-5 минут ҡайнатып, һыуытырға ҡуйығыҙ. Һуңынан балыҡ киҫәктәрен пластик һауытҡа тултырып, өҫтөнә күмелерлек итеп әҙер маринадты ҡойорға. 2 эре йәки уртаса 3 балыҡҡа 1 литр етә. Һауыттың ҡапҡасын ябып, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк. Балыҡ киҫәктәренең урталары ҡыҙарып тормаһа, тоҙланып бөткән тигәнде аңлата.

Тәмле булһын!

Фото: intertat.tatar

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: