Ҡарабойҙайҙан.
Төнгөлөккә бер өлөш ярманы ебетеп һалып, иртәнсәк таҙартып йыуып, һыу өҫтәп утҡа ҡуябыҙ ҙа ҡайнау хәленә еткерәбеҙ - бутҡа әҙер. Әгәр ебетеп тормайынса эшләйем тиһәң, һыуға һалынған ҡарабойҙайҙы ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алабыҙ һәм 15 минутҡа төрөп ултыртып торабыҙ.
Һоло бутҡаһы.
Уны кис әҙерләп ҡуйып, иртәнсәккә тиклем ултыртып тороу һәйбәтерәк. Бер литр һөткә һигеҙ аш ҡалағы һоло йәлпәктәре һалып, ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алабыҙ. Урап ултыртабыҙ. Иртәнсәк йылытып ашайбыҙ.
Манный бутҡаһы.
Был ярманы дүрт аш ҡалағы алабыҙ ҙа, өҫтөнә бер литр һөт ҡойоп, болғата-болғата бешерәбеҙ. Шулай итһәң, төйөрһөҙ килеп сыға. Ҡайнап сыҡҡас, ике минуттан һуң уттан алып, һауыттың ҡапҡасын ябып, 20 минут ултыртып торабыҙ.
Кукуруздан.
Бер стакан ярмаға 2,5 стакан һыу кәрәк буласаҡ. Был бутҡаны күберәк духовкала бешерәләр. Йыуылған ярмаға ҡайнаған һыу ҡойоп, самалап тоҙ, шәкәр, кәрәк тип тапһағыҙ, йөҙөм һалып, һауыттың ҡапҡасын ябып, 180 градусҡаса йылытылған духовкаға ҡуябыҙ. Ҡырҡ минуттан алып, болғатып, тағы ун минутҡа кире ҡуябыҙ.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.