+22 °С
Дождь
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
9 Сентября 2025, 06:25

Ашҡабаҡ мантыйы

Баҡсалағы уңыштарығыҙҙан консерваланған салаттар эшләп бөттөгөҙ. Ашҡабаҡтарығыҙ һаман да ултыралыр әле, моғайын. Ҡаҙ, өйрәктәрегеҙ ҙә эшкәртелеп, һыуытҡысҡа инеп ята башлағандыр. Әйҙәгеҙ, ҡаҙ, өйрәк итенән ашҡабаҡ мантыйы бешереп алайыҡ.

Ашҡабаҡ мантыйыАшҡабаҡ мантыйы
Ашҡабаҡ мантыйы

1 йомортҡа, ярты сынаяҡ ҡайнап һыуытылған һыу, тоҙ, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Өйрәк йәки ҡаҙ итен, ашҡабаҡты , һуғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ ҙа, борос, тоҙ һалып бутайбыҙ. Ҡамырҙы нәҙегерәк итеп йәйеп, эслекте һалып, мантыйҙар эшләйбеҙ һәм 45 -50 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.

Парҙа бешкән һыуһыл, майлы ғына ризыҡ килеп сыға.

Фото: lady.mail.ru

Автор:
Читайте нас