-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
18 Сентябрь 2025, 11:25

Кишерҙе нисек һаҡларға?

Уны тартмаларҙа ла һаҡлайҙар. Ағас йә иһә пластик һауытҡа йылға ҡомо, ылыҫлы ағастың бысҡы сүбе, һуған ҡабығы йә мүк һалығыҙ. Барыһы да ҡоро булырға тейеш. 

Кишерҙе нисек һаҡларға?
Кишерҙе нисек һаҡларға?

Шуның өҫтөнә бер рәт итеп кишер теҙегеҙ. Улар бер-береһенә тейеп тормаһын. Кишер өҫтөнә тағы ҡом, бысҡы сүбе йәки башҡа нәмә тултырығыҙ. Шулай итеп, кишерҙе ҡатлап һалып сығығыҙ. Өҫтөн ҡалын итеп тағы ҡом йәки башҡа әйбер менән тултырығыҙ. Кишерҙе пакеттарҙа ла һаҡлап була - вакуумлыларында яҡшыраҡ. Ҡайһы берҙә ике ысулды берләштереп тә була. Кишерҙе пакетҡа һалып, араһына бысҡы сүбе тултырып, ныҡлап бәйләп ҡуйырға була. Йәшелсәне һыуытҡысҡа пакетҡа һалып та айҙар буйына һаҡларға мөмкин. Шулай уҡ туңдырғысҡа турап йә иһә ыуғыстан ҡырып, пакеттарға һалып, туңдырырға мөмкин.

Фото: https://ya.ru/images/

Автор:
Читайте нас