+21 °С
Облачно
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
18 Сентября 2025, 05:10

Ташҡабаҡлы икмәк

Бындай икмәк айырыуса яңы ғына бешеп сыҡҡан ваҡытта тәмле, әммә икенсе көндө лә тәмен юғалтмай. Кәрәк: 2 ташҡабаҡ (300-350 г), 2 йомортҡа, 1 стакан он, 100 г ҡаты сыр, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, борос, теләгәнсә йәшел тәмләткестәр.

Ташҡабаҡлы икмәкТашҡабаҡлы икмәк
Ташҡабаҡлы икмәк

*Ташҡабаҡты ҡырғыстан ҡырығыҙ, бер аҙ тоҙлағыҙ һәм һуты сыҡһын өсөн 10 минутҡа ҡалдырығыҙ. Һуңынан һутынан һығып алығыҙ.

*Тәрән һауытҡа йомортҡа һалығыҙ, уның өҫтөнә ташҡабаҡ, туралған сыр, тоҙ, борос, туралған йәшел тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ.

*Ондо ҡамыр ҡабартҡыс менән бергә бутағыҙ һәм барлыҡ ингридиенттарҙы бер төрлө ҡуйы масса килеп сыҡҡансы болғатығыҙ.

*Майланған формаға һалып (кекс өсөн оҙонса форма яҡшыраҡ), 180 градуста 40-50 минут самаһы, ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе бешерегеҙ.

https://ural-rb.ru/articles/common_material/2025-09-10/tash-aba-ly-ikm-k-4382622

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас