-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
6 Октябрь 2025, 13:29

Кишерҙән торт

Ҡамыр өсөн 2 кишер, ярты стакан көнбағыш майы, 2 йомортҡа, 1 стакан он, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ сәй содаһы (разрыхлитель), 1 балғалаҡ корица, бер семтем тоҙ һәм 10-лап әстерхан сәтләүеге кәрәк буласаҡ. Крем өсөн: ҡаймаҡ , 1 стакан шәкәр пудраһы.

Кишерҙән торт
Кишерҙән торт

Иң тәүҙә шәкәр менән йомортҡаны миксер ярҙамында болғатабыҙ ҙа тоҙ, он, соданы, корицаны ҡушып, ҡалаҡ менән бутайбыҙ. Сәтләүекте ваҡлап табала ҡыҙҙырабыҙ. Кишерҙе ҡырғыстың эре яғынан ҡырабыҙ ҙа ,сәтләүекте, майҙы һалып, алдан әҙерләгән ҡамырға ҡушабыҙ. Алдан 180 градусҡа ҡыҙҙырылған мейескә 40 – 45 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.

Корж бешкән арала крем яһайбыҙ. Ҡаймаҡты сеткаға һалып, бер аҙ һыуын һығырға кәрәк. Һуңынан уға шәкәр пудраһы ҡушып, миксер менән болғатырға. Һыуынған коржды өскә бүлеп, крем һылап , тортты йыябыҙ. Теләгәнсә биҙәйбеҙ һәм торт әҙер.

Фото: ru.pinterest.com

З. Йәһүҙина.

Автор:
Читайте нас