-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
9 Октябрь 2025, 14:55

Ҡомалаҡлы икмәк

Ҡомалаҡтан  бешерелгән икмәктең тәме башҡаса, ашап туймаҫлыҡ булыуын уны тәмләгәндәр генә белә. Әңгәмәсем ошо рецепт буйынса хәҙер инде илле йыллап икмәк бешерә, уның өҫтәленән был икмәк  өҙөлгәне лә юҡ.

Ҡомалаҡлы икмәк
Ҡомалаҡлы икмәк

“Икмәгең ашап туйғыһыҙ, гел уңып бешә, рецебын бир әле” тип күпме генә кеше мөрәжәғәт итмәгәндер. Ләкин бер үк рецепт менән бешерһәләр ҙә, барыһыныҡы ла бер төрлө килеп сыҡмай. Рецептты һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Күңел һалып тотонһағыҙ, моғайын уңмай ҡалмаҫ.  

-Бының өсөн ҡомалаҡтан яһалған сүпрә ҡулланам. Сүпрәне эшләүе ауыр түгел. Ҡомалаҡты ҡайнатып, һөҙәбеҙ ҙә, он өҫтөнә ҡайнар ҡомалаҡ һыуын ҡоябыҙ, уртаса шыйыҡлыҡта итеп бутап ҡуябыҙ. Һыуынғас, әсетке өҫтәп, яҡынса бер тәүлеккә әсетергә ултыртабыҙ. Әҙер сүпрәне һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Икмәк бешергәндә он өҫтөнә (яҡынса бер ҡуш ус он) ҡайнар һыу ҡойоп, уртаса шыйыҡлыҡта итеп итеп бутап икмәк башы яһайбыҙ.Һыуынғас, өҫтөнә бер стакан тирәһе сүпрә һалабыҙ һәм әсетергә ултыртабыҙ. Быны төш тирәһе эшләһәк, кискә икмәк башына бер литр йылымыс һыу ҡушып он өҫтәп, уртаса ҡуйылыҡта икмәк иҙеп ҡуябыҙ. Ҡатнашма төнө буйы ултыра, уның өҫтөн йылы итеп ҡаплап ҡуйырға ла онотмағыҙ. Иртәнсәк самалап тоҙ, он өҫтәп икмәк баҫабыҙ һәм ҡабартырға ҡуябыҙ. Икмәк силәге ҡабарып тулғас, әүәләп, яртышар ғына итеп икмәк ҡалайҙарына һалабыҙ. Һауыттар матур итеп тулып ҡабарғас,  мейескә бешерергә ултыртабыҙ, - тип һөйләне икмәк бешереү оҫтаһы.

Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле. Ысын ауыл икмәгенең тәмен тойорһоғоҙ.

 Резеда Шәнгәрәева.

Автор фотоһы.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-05-11/omala-ly-ikm-kk-etm-y-4230133

Автор:
Читайте нас