-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
15 Октябрь 2025, 15:25

Алма менән ҡара миләш компоты

Гөлгөнә Байегетованан шәп рецепт. Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек дауам итә, быйыл компоттар айырыуса күп эшләнде, әле лә әҙерләнәсәк әле, алмалар, слива, виноградтар сират көтөп тора. 

Алма менән ҡара миләш компоты
Алма менән ҡара миләш компоты

Алманы уртаса ҙурлыҡта алдым, тауыҡ йомортҡаһындай булаларҙыр, эре сортлы, араһынан компот өсөн йәтешерәктәрен һайланым. Эрерәктәрен уртаға ярҙым. Таҙа итеп йыуылған өс литрлыҡ банкаларҙы духовкала стериллләп алғандан һуң йыуылған алмаларҙы һалдым, 8-10 шт тирәһе булды. Банканың ярты өлөшөнә тиклем һалырға тырыштым. Компот матур төҫкә инһен өсөн һәм тағы ла тәмлерәк булһын тип ҡара миләш тә өҫтәнем (черноплодная рябина), тәлгәше менән ҡуша һалдым, мөмкин тиреп бер устай ғына һалырға, күп кәрәкмәй. Артабан һәр банкаға берешәр стакан шәкәр ҡомо өҫтәп сығырға, 250 грамлыҡ стакан алдым. Ҡайнар һыуҙы алма һәм миләш өҫтөнә ҡойҙом да, тимер ҡапҡастарын өҫтөнә ҡаплап ҡына 20-30 минут самаһы ултыртып торҙом, артабан банкалағы һыуҙы киренән кәстрүлгә һарҡытып ҡойоп, тағы ла бер тапҡыр ҡайнатып, киренән ҡойҙом. Инде тимер ҡапҡастарын нығытып ябып ҡуйҙым, әгәр ҙә банка төбөндә шәкәре иҙелмәй ҡалған булһа, банкаларҙы япҡандан һуң өҫтәлгә таҫтамал өҫтөнә ятҡырып тәгәрәтеп алырға мөмкин. Һуңынан түңкәреп, өҫтөн йылы әйбергә төрөп һыуынғанса ултыртырға. Икенсе көн ҡышҡылыҡҡа һаҡларға оҙатырға ла мөмкин. Ризыҡҡа яҙһын әҙерләгән аш-һыуҙарыбыҙ.

#Гөлгөнә_Байегетова#аш_һыу

Автор:
Читайте нас