Бының өсөн 2-3 сәй ҡалағы желатин, 250 мл ҡайнап һыуынған һыу, 0,5 литр ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр, самалап төрлө емеш-еләк кәрәк буласаҡ.
Был торт-желеға бер төрлө генә емеш йәки бер нисә төрлөнө бергә һалырға ла мөмкин. Груша, банан, слива, мандарин кеүек эре емештәрҙе турап, ә ҡарағат, баҡса, ер, ҡурай еләген берешәр һалабыҙ.
Бының өсөн:
Желатинды эмаль һауытҡа һалып, ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, 40-60 минутҡа ҡалдырырға. Ул йомшарып ҡабарғас, болғай-болғай иретеп, ҡайнау хәленә еткерергә, тик ҡайнатмаҫҡа!
Аҙ ғына һыуынғас, ошо массаға шәкәр һәм ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғарға һәм емештәрҙе өҫтәргә. Силикон, быяла йәки башҡа төрлө һауыттарға һалып, 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Тортты креманка, кәсә кеүек һауыттарға айырым порция итеп эшләргә лә мөмкин. Әгәр ҙур табынға эшләргә кәрәкһә, ингредиенттарҙы ике-өс тапҡырға арттырып алығыҙ.
Аштарығыҙ - тәмле, табынығыҙ йәмле булһын, Яңы йыл барығыҙға ла шатлыҡ- ҡыуаныстар килтерһен!
Автор фотоһы.
Кәримә Усманова.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-12-24/ya-y-t-len-t-mle-desert-4065382