-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
10 Декабрь 2025, 11:50

Бер нисә көн буйы ҡатмай һаҡланған ҡамыр

Бындай тәмле, йомшаҡ пирожки ашағанығыҙ юҡтыр әле. Иң ҡыҙығы ҡамырға май ҙа, йомортҡа ла һалырға кәрәкмәй!

Бер нисә көн буйы ҡатмай һаҡланған ҡамыр
Бер нисә көн буйы ҡатмай һаҡланған ҡамыр

Иғтибарығыҙға иҫ китмәле ҡамыр рецебы тәҡдим итәбеҙ. Унан нимә әҙерләһәгеҙ ҙә, ул йомошаҡ, ҡабарынҡы һәм тәмле килеп сыға, ә иң мөһиме, бер нисә көн буйы ҡатмай һаҡлана. 

Алабыҙ:

Майонез - 150 грамм;

Тоҙ - 1/2 сәй ҡалағы;

Шәкәр - 3 сәй ҡалағы;

Ҡоро сүпрә - 8 грамм;

Он - 4 стакан;

Һөт - 1/2 стакан;

Һыу - 1/2 стакан.

Әҙерләү:

Тәүҙә ҡамырҙы әсетәбеҙ. Мискәгә йылы һөт һәм йылы һыу һалып, әсеткене, шәкәрҙе һәм дүрт аш ҡалағы ондо өҫтәргә лә ныҡ ҡына итеп бутарға. Пленка менән ҡапларға һәм башы күтәрелгәнсе 30 минутҡа йылы урында ҡалдырырға.

30 минуттан пленканы алабыҙ ,әҙер масса бер нисә тапҡырға артырға тейеш. Уға майонез һәм өлөшләп ондо өҫтәйбеҙ. Йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ һәм йылы урынға 1-1,5 сәғәткә алып торорға.

Ваҡыт үтеү менән ҡамыр әҙер ҙә була. Хәҙер йәнегеҙ теләгән эслек һалып пирожки, пирогтар бешеререгә мөмкин. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: "Бәйләнештә".

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-07-06/amyry-may-m-yomort-a-y-4303981

Автор:
Читайте нас