Йәшел тәмләткестәр, еләк-емеш, йәшелсә, салаттар йыл хужаһына оҡшар, шулай уҡ сәләмәтлек өсөн дә файҙалы булыр. Ҡытайҙарҙың ырым-ышаныуҙарына ҡарағанда, тауыҡ итенән әҙерләнгән аҙыҡтар ғаиләне берләштерергә, татыулыҡты нығытырға, йорттарға уңыш ылыҡтырырға һәләтле. Балыҡ аҙыҡтары – йорт хужаһының финанс именлеге билдәһе. Ҡытайҙа сусҡа ите ғәҙәти аҙыҡтарҙан һанала, шуға күрә Ҡыҙыл Йылҡы унан әҙерләнгән ризыҡтарҙы байрам табынына ҡуйыуҙы тыймай.
Һәр эштә тәртип, дисциплина яратҡан Йыл хужаһы алкоголһеҙ эсемлектәргә өҫтөнлөк бирә. Уның шәкәр яратыуы яҡшы билдәле, шуға күрә өҫтәлегеҙ тәмле-татлы аҙыҡтарҙан һығылып торһон.
Ҡыҙыл, һары һәм ҡыҙғылт һары төҫтәрҙең яңы йылда уңышты үҙенә тартып торасағын онотмағыҙ. Табын әҙерләгәндә ошо төҫтәрҙе лә файҙаланырға тырышығыҙ.
Ә ниндәй аҙыҡтарҙан баш тартып тороу урынлы булыр? Йондоҙнамә тәү сиратта йылҡы һәм һыйыр итенән ризыҡтар әҙерләмәҫкә кәңәш бирә. Раҫлауҙарынса, улар ҡеүәтле энергетик ҡаршылыҡ тыуҙырып, киләһе йылда уңышты өркөтөүе ихтимал. Тоҙло-боросло, әсе, ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙан, алкоголле эсемлектәрҙән баш тартып торһағыҙ ҙа яҡшы булыр, тип иҫкәртәләр. Дөрөҫ меню Утлы Йылҡы менән тулы гармонияла ярашҡан Һыу һәм Һауа стихияһы энергияһы менән тап килергә тейеш. Йыл хужаһын шатландырғығыҙ килһә, байрам өҫтәлегеҙ тәмле, мул һыйҙан һығылып торһон!
Ҡыҙыл Йылҡы йәмғиәттә, дуҫ-иштәре, яҡындары, ғаиләһе солғанышында йәшәргә, аралашырға ярата. Ул - бик тоғро йән эйәһе. Байрамды ҙур компанияла, туған-тыумаса, күрше-күлән, дуҫ-иш араһында үткәреп, Яңы йылды бергәләп ҡаршылағыҙ. Күңелле музыка, дәртле бейеүҙәр, мауыҡтырғыс конкурстар байрамға онотолмаҫлыҡ, матур биҙәк өҫтәр.
Динә Арыҫланова.
Фото: no.pinterest.com
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-12-18/yyl-huzha-y-nim-yarata-4512638