-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
23 Декабрь 2025, 10:30

Тел йоторлоҡ салат!

Был салаттың тәмлелеге! Ммм... Оливьең ары торһон! Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолдомо? Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк эшләп ҡарайыҡ!   Кәрәк була:   * тауыҡтың түш ите (2 шт)* 3 маринадланған ҡыяр* 200 грамм корейса кишер* 200 грамм сыр* 2 теш һарымһаҡ* майонез* йәшелсә.

Тел йоторлоҡ салат!
Тел йоторлоҡ салат!

Әҙерләү:

Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа, һалмалап турайбыҙ йә ҡул менән һүтәбеҙ. Ҡыяр менән кишерҙе лә шулай уҡ һалмалап турайбыҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан, һарымһаҡты пресс аша үткәрәбеҙ. Хәҙер инде булған ингридиенттарҙы бергә һалып болғатабыҙ ҙа майонез ҡушабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

 

Автор:
Читайте нас