-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

ҺАРЫМҺАҠЛЫ КҮМӘСТӘР

Игредиенттар: Ҡамыр өсөн:* 250 мл һөт* 400 гр он* 2 аш ҡалағы үҫемлек майы* 0,5 балғалаҡ тоҙ* 1 аш ҡалағы шәкәр* 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә Майлау өсөн:* 1 йомортҡа һарыһы.   Эслек өсөн:* 50 гр аҡ май* һарымһаҡтың 7 теше* 2 аш ҡалағы ваҡлап туралған йәшелсә.

ҺАРЫМҺАҠЛЫ КҮМӘСТӘР
ҺАРЫМҺАҠЛЫ КҮМӘСТӘР

Башта ҡамыр баҫабыҙ ҙа, ҡабарһын өсөн йылы урынға ултыртабыҙ. Ҡабарғас, 16 өлөшкә бүлеп, күмәстәр әүәләйбеҙ. Улар 30 минут ҡабарһын.
Йылынып йомшарған майҙы һарымһаҡ менән йәшелсәгә ҡушып, блендер менән иҙәбеҙ. Һәм һәр күмәстең эсен һаҡ ҡына тишеп, эсенә тултырабыҙ. Әҙерҙәренең өҫтөн йомортҡа һарыһы менән майлайбыҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә 15 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Фото: https://ya.ru/images/

Автор:
Читайте нас