-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Эремсекле ҡамырҙан рогаликтар

Кәрәк: 100 грамм он, 100 грамм эремсек, 100 грамм аҡ май, семтем тоҙ, 1 йомортҡа һарыһы, 1-2 аш ҡалағы шәкәр, 1,5 аш ҡалағы (дәрсен) корица. Онға шаҡмаҡлап туралған аҡ май һәм эремсек, тоҙ һалабыҙ. Йомортҡа һарыһын ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы шыптыр тоҡсайға һалып 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Эремсекле ҡамырҙан рогаликтар
Эремсекле ҡамырҙан рогаликтар
Артабан ҡамырҙы йәйеп өҫтөнә шәкәр һәм корица һибеп сығабыҙ ҙа өсмөйөшләп киҫеп рогаликтар әҙерләйбеҙ. Уларҙы майланған табаға теҙеп 25-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Аҙаҡ 200 градусҡа духовкала 25-30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Автор:
Читайте нас