Әҙерләү:
Ҡабаҡты турап, һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа, һарҡытып, шәкәр ҡомо һәм лимон һуты һалып, болғата-болғата 7 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Шунан блендерҙан үткәреп, "агар-агар" һалып, яҡынса биш минут ҡайнатабыҙ ҙа,
әҙер массаны формаларға һалабыҙ һәм тәмлекәс сәй эсергә әҙер. (Әгәр ҙә "агар-агар" урынына желатин ҡушылһа, ҡайнатмайбыҙ).
Ауыҙҙа ирей торған был тәмлекәс барығыҙға ла оҡшар.
Фото: Ф.Абдулова.