-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Урама бешереү рецебы

0.5 кг урамаға ( 2 торт һауыты):3 йомортҡа;3 аш ҡалағы һөт;1 бал ҡалағы шәкәр;0.5 бал ҡалағы тоҙ (әҙерәк һалырға ла була);2-3 стакан он, өҫтөнә бер семтем сәй содаһы һибергә.

Урама бешереү рецебы
Урама бешереү рецебы

Йомортҡа менән һөткә тоҙ, шәкәр ҡомо ҡушып күпертергә, он ҡушып бик ҡаты булмаған, туҡмастыҡы кеүек, ҡамыр баҫырға.
Ҡамырҙы 15-20 минут ҡаплап, ял иттереп алырға.
Ҡамыр ял иткәс, йоҡа ғына итеп йәйеп, 3 см киңлектә, 30 см тирәһе оҙонлоҡтағы таҫмаларға фигуралы киҫкес менән киҫәбеҙ. Таҫмаларҙы ағас ҡалаҡтың тотҡаһына урап, икенсе ҡулға оҙон ағас ҡалаҡ менән йәйелеп китмәһен өсөн тотоп, ҡыҙған майҙа ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. Унан шәкәр пудраһы һибеп, табынға сығарабыҙ.
Урамағыҙ тәмле булһын, уңып бешһен!!!

Рецепт авторы Буләк Исмәғилова.

Автор:
Читайте нас