-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Өй шарттарында ҡаҡланған ҡаҙ

Уны бешермәй әҙерләйҙәр. Ҡаҙҙы бер кило тоҙ менән эсен-тышын бик һәйбәт итеп ышҡырға. Бигерәк тә ҡанат аҫтарын, бот тирәләрен. Муйынына тултырырға кәрәк тоҙҙо. Ҡалған тоҙҙо эсенә һалып бөтөрөргә кәрәк.

Өй шарттарында ҡаҡланған ҡаҙ
Өй шарттарында ҡаҡланған ҡаҙ

Унан һуң ҡалын ҡағыҙ менән ҡат-ҡат төрөргә, бәйләп ҡуйырға. Кибеттәрҙә 20 кг макарон һалған ҡапсыҡтар була, улар бигерәк тә яҡшы. Унан иҫке мендәр тышы буламы, йә марля менән төрөп, яҙға хәтле тышҡа (гараж, келәт) сығарып элеп ҡуйырға.  Дурт ай ҡаҡлана шулай. Унан асып елле урынға эләһең. Тик себендән һаҡларға. 

Ландыш Ғиләжева.

Фото: igordev.ru

Автор:
Читайте нас