Эслектәр.
- Картуфты әрсеп, һалҡын һыуға һалып бешерергә. Самалап тоҙ һалырға. Ҡайнап сыҡҡан һөт, аҡ май ҡушып иҙергә. Борос ҡушырға ла мөмкин.
- Тары ярмаһын йыуып, 10-15 минут ҡайнар һыуҙа тоторға (шулай иткәндә әсеһе бөтә). Ҡайнап сыҡҡан һөткә һалып, тоҙ өҫтәп, бешереп алырға. Ҡыҫтыбыйға йылы килеш һалырға.
- Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турап, аҙ ғына май һалынған табала ҡыҙҙырырға. Бер аҙ йомшарһа, өҫтөнә һөт ҡойоп, томалап бешерергә. Яртылаш әҙер булғас, тоҙ, борос өҫтәргә.
Һәр ҡыҫтыбыйҙың тышын иретелгән аҡ май менән майларға. Майлы ризыҡ яратмаһағыҙ, ҡоро килеш тә бик тәмле.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Рецепт – Альмира Миңнуллина-Яппарованың сәхифәһенән.
Фото: sovet-ok.ru