+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡабарып бешкән йомшаҡ ҡоймаҡ

Кәрәк: йылы кефир – 300 миллилитр, йомортҡа – 1 дана, тоҙ – 0,5 бал ҡалағы, он – 210-220 грамм, шәкәр – 3 аш ҡашығы, сода – 0,5 бал ҡалағы.

Ҡабарып бешкән йомшаҡ ҡоймаҡ
Ҡабарып бешкән йомшаҡ ҡоймаҡ

Кефирҙы, йомортҡаны, тоҙҙо, шәкәрҙе бергә ҡушып болғатабыҙ. Ошо массаға он ҡушабыҙ, йәнә болғатабыҙ. Һуңында сода ҡушабыҙ, яҡшылап бутайбыҙ. 15 минутҡа йылы урынға алып ҡуябыҙ. Ҡоймағыбыҙ ҡабарып бешһен өсөн, иң мөһиме бешергәндә бутарға ярамай. Йылы урындан алғандан һуң, ҡашыҡлап алып, таба һалырға кәрәк. Бөтә сере шунда.

Ризығығыҙ тәмле булһын.

Фото: pulse.mail.ru

Автор:
Читайте нас