Чебоксар ҡалаһында XV этник һәм төбәк киноһына арналған Халыҡ-ара кинофестивалгә йомғаҡ яһалды. Дүрт көн дауамында Сыуашстан халҡы һәм ҡунаҡтары Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә төшөрөлгән фильмдарҙы ҡараны һәм Сыуаш дәүләт филармонияһында лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.
«Икәүҙең кәзә күргәне» картинаһы - ҡалала йәшәүсе Андрей һәм уның ауылдан ҡунаҡҡа килгән бер туған ҡустыһы Айҙар хаҡында. Картинаның исем туйы 2021 йылдың майында үткәйне. Фильмдың операторы Рафаэль Сарваев - Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын (профессор А. Г. Рыбин оҫтаханаһы) яҡшы билдәләргә тамамлаған. «Башҡортостан» киностудияһында Рафаэль Сарваев билдәле кинооператорҙар Илдус Ғәлиуллин һәм Алянус Биктимеров менән эшләй башлаған, уларҙы үҙенең уҡытыусылары тип иҫәпләй. Бөгөн Рафаэль Сарваев киностудияның байтаҡ проекттарында ҡатнаша. Уның ҡатнашлығында «Өс хат», «Икәүҙең кәзә күргәне», «Кластан тыш дәрес», «Шәхси эш», «Сәк-сәк» нәфис фильмдары, «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы», «Тәүбә» һәм башҡа документаль фильмдар төшөрөлдө. Рафаэль Сарваев «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивалендә Ғилуан Әмиров исемендәге бүләк хужаһы ла.
Фото: Башинформ